Сир хәүефле, әммә иҫкәртергә мөмкин PDF Печать E-mail

 

Башҡортостанда йыл башынан ҡыҙылса менән ауырыу осраҡтары артҡан, тип хәбәр итәләр республика буйынса Роспотребнадзор бүлегенән. Ошо йәһәттән ҡаланың санитария-эпидемияға ҡаршы комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте.  Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә Салауатта был хәлде иҫкәртеү буйынса бурыстар ҡаралды. 

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР идаралығының Салауат ҡалалары һәм Ишембай районындағы территориаль бүлеге етәксеһе Рәзилә Баһа-уитдинова белдереүенсә, республикала һуңғы 10-15 йыл эсендәге эпидемилогик хәл имен тип баһалана. 2017 йылда Салауатта 50 меңдән ашыу инфекциялы һәм паразитлы сирҙәр асыҡланған. Былтыр салауаттарҙың 33,6 проценты ОРВИ һәм киҙеү менән ауырыған, 3391 осраҡ инфекция, паразитар сирҙәр менән бәйле.  2017 йылда беҙҙә ҡорһаҡ тифы, хроник һәм вируслы гепатит, сәсәтмә, дифтерия, ҡыҙылса кеүек ауырыуҙар бөтөнләй теркәлмәгән. 2016 йыл менән сағыштырғанда, эсәк инфекциалары, С гепатиты, В гепатиты буйынса күрһәткестәрҙең кәмеүе күҙәтелә.

- Төрлө профилактика саралары ҡалалағы санитария-эпидемиология хәлен тотороҡло һаҡларға ярҙам итә. Тик республикалағы ҡыҙылсаға бәйле хәл ҡатмарлашты. 18 июндән 13 июлгә тиклем  был сирҙең 12 осрағы асыҡланған. 6 осраҡ - Өфөлә, 5 осраҡ  - Өфө районында, бер осраҡ Иглин районында һәм уларҙың алты осрағында балалар сирле.  Ҡыҙылса менән ауырыусыларҙың 9-ҙына прививка яһалған булған, 3 кеше вакцинация эшләтмәгән. Бөгөнгө көнгә беҙҙең төп маҡсат - Салауат ҡалаһында ҡыҙылсаның таралыуына юл ҡуймау, - тине Рәзилә Ғәлим ҡыҙы.

Был ауырыуҙы иҫкәртеүҙең берҙән-бер һәм иң ышаныслы алымы - ул вакцинация, ти белгестәр. Ата-әсәләрҙең балаларына ҡыҙылсаға ҡаршы вакцина яһатыуҙан күпләп баш тартыуы онотолған вирустың кире ҡайтыу сәбәптәренең береһе, тип атай эпидемиологтар. Шулай уҡ ҡыҙылса менән ауырыуҙың үҫешенә Рәсәйгә күпләп ингән мигранттар йоғонто яһай. Ҡала дауаханаһының баш табибы Ринат Хәбибуллин да прививка яһатмаған дәүерҙә кешеләрҙең күпләп үлеүе,  ә процедура мотлаҡ булған ваҡытта был сирҙең бөтөнләй тиерлек таралмауы хаҡында бәйән итте. Уның белдереүенсә, 2018 йылда Салауатта 1840 кешегә ҡыҙылсаға ҡаршы прививка эшләнергә тейеш булһа, әлеге ваҡытҡа уларҙың 66 процентына вакцинация яһалған. Ғәҙәттә билдәләнгән план үтәлеп килә, беҙҙә прививканан баш тартыу осраҡтары һирәк кенә осрай, ти баш табип. Дауаханаларҙа медицина хеҙмәткәрҙәренә республикалағы ҡыҙылсаға бәйле хәлдең киҫкенләшеүе, иғтибарлы булырға кәрәклеге тураһында еткерелгән.
Дилбәр Радик ҡыҙы эпидемияға ҡаршы эш планы менән таныштырҙы. Шулай итеп, ҡыҙылсаға бәйле хәлде даими контролдә тоторға, лаборатор тикшереүгә әҙер булырға, медицина хеҙмәткәрҙәренең ауырыу тураһындағы белемдәрен тикшерергә, кәрәк булһа уҡытырға, прививка эшләтеү мәсьәләһен ҡарарға, унан баш тартыусылар менән етди һөйләшергә, ҡыҙылса менән сирлеләр асыҡланған осраҡта, прививкалары булмаған балаларҙың мәктәпкә һәм балалар баҡсаларына йөрөүен сикләргә, сит илдәрҙән килеп эшкә урынлашыусыларҙы тикшерергә, халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға тигән бурыстар ҡуйылды.  Әйткәндәй, прививка мәсьәләһен ыңғай хәл итеү маҡсатында, уны яңынан балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә эшләү ҡайтарылырға тейеш.

Гөлнара АСҠАРОВА

 

 

 

Наш опрос

Ваше отношение к курению
 
Качество медицинского обслуживания в нашем городе
 
No images

Кто на сайте

Сейчас 15 гостей онлайн